+15 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2020, 13:00
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда һигеҙ кешенең һыуға батыуы билдәле булды
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, уларҙың барыһы ла - йәш, эшкә яраҡлы ир-ат. Аяныслы хәлдәрҙең бөтәһе лә “ҡырағай” пляждарҙа теркәлгән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, уларҙың барыһы ла - йәш, эшкә яраҡлы ир-ат. Аяныслы хәлдәрҙең бөтәһе лә “ҡырағай” пляждарҙа теркәлгән.
Туймазы районының Исмәғил карьерында 39 йәштәге ир һыуға сума һәм һәм кире сыҡмай. Уның кәүҙәһе өс метр тәрәнлектә ятҡан.
Борай районының Вострецов ауылында 24 йәшлек егет батҡан. Уның кәүҙәһен 6 метр тәрәнлектән тапҡандар.
Баймаҡ районының Әптекәй күле буйына 43 йәшлек ир кеше туғандары менән ял итергә сыға. Һыу инергә төшөп, батып үлә. Уның да кәүҙәһе бөгөн табыла.
Саҡмағош районында батҡан 31 йәшлек ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар эҙләйҙәр.
Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы халыҡты һыу буйҙарына ҡыуа. Әммә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотмайыҡсы: ярамаған урындарҙа, атап әйткәндә, “ҡырағай” пляждарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша