Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 13:30

ХӘРӘКӘТ СИКЛӘНӘ. КЕМГӘ, ҠАСАН

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә лә һауа температураһы +40 градустан юғары булыуы көтөлә. Ошоға бәйле, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары буйынса ҙур йөк автомобилдәренең хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде. Көндөҙ һауа температураһы +32 градустан юғары күрәтелһә, сәғәт иртәнге 10-дан киске 11-гә тиклем ауыр йөк ташыған һәм күсәрҙәренә көсөргәнеш махсус күрһәткестән артҡан транспорт сараларына төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарҙа йөрөү тыйыла. Был саралар автомобиль юлдарын һаҡлау һәм хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү маҡсатында уҙғарыла.

Читайте нас: