Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 00:40

ЙОНДОҘНАМӘ (13-19 июль)

Алдағы аҙнаға йондоҙҙар нимә вәғәҙәләй?

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның көсөргəнешле булыуы көтөлə. Үҙегеҙҙең һəм башҡаларҙың
хаталарын да төҙəтергə тура килер. Үкенескə күрə, был эштəрҙе бер
кемгə лə ҡуша алмаҫһығыҙ һымаҡ. Тырышлығығыҙҙың һөҙөмтəлəре
күңелегеҙҙе мотлаҡ күтəрер. Үҙ көсөгөҙгə ышанысығыҙ ҙа артыр.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡəҙимге осор. Шишəмбелəге хəлдəр һеҙ уйлағанса бармаҫ та кеүек.
Юҡҡа борсолмағыҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында барыбер эштəрегеҙ
уңыр. Артабан үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Кесе йома бигерəк тə
һəйбəт үтер, ҡайһы бер мəсьəлəне асыҡларһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала кисектерелгəн эштəрегеҙгə ныҡлап тотоноу телəге тыуыр.
Бының өсөн бөтə шарт та бар. Мөмкинлектəрегеҙҙе дөрөҫ
баһалаһағыҙ, бик тиҙ уңышҡа өлгəшерһегеҙ. Йомала күптəн таныш
булған кешелəр тураһында ниндəйҙер яңылыҡ белерһегеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна араһында кеше йомоштары менəн күп булышырһығыҙ. Был
мəшəҡəтле бул һа ла, абруйығыҙҙы күпкə күтəрер, тəж рибə өсөн дə
файҙалы булыр. Шаршамбынан һуң үҙегеҙгə оҡшаған эштəр менəн
генə шөғөллəнерһегеҙ. Һеҙҙе мотлаҡ яңы уңыштар көтə.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор һəйбəт башланыр. Йондоҙҙар һəр саҡ булышлыҡ итеп торор,
тик етеҙ эш итергə тырышығыҙ. Бер юлы элек арағыҙ боҙолған кеше
менəн яңынан дуҫлашып китеү мөмкинлеге булыр. Кесе йомала
яңылыш ниндəйҙер серегеҙҙе сисеүегеҙ бар.
Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Əллə ни еңел көндəргə өмөт итмəгеҙ. Ваҡиғалар үтə үҙгəреүсəн
булып, ҡайһылары əллə ни ҡыуандырмаҫ та һымаҡ. Яҡшы белгəн
эштəр ҙə ауырлыҡ менəн барыр. Шаршамбыла уйламаған дəғүəлəр
килеп сығыуы ихтимал. Йомала бик етди шəхси һөйлəшеү көтөгөҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мəшəҡəтле аҙна. Ҡайһы ваҡыт нимəгə тотонорға ла белмəҫһегеҙ
кеүек. Үҙ тəжрибəһенə генə таянырға өйрəнгəндəр əллə ни
ҡыйынлыҡ кисермəҫ, моғайын. Шишəмбелəге хəлдəр ҡайһы бер
нəмəлəргə яңыса ҡарарға мəжбүр итер. Йомала һүҙ күбəйер, эш
əҙəйер һымаҡ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эс бошорғос ваҡиғалар был арала күп булырға оҡшай. Һəр осраҡта
ла йондоҙҙар үҙегеҙҙе ҡулда тоторға ҡуша. Таныш юлдан йөрөгөҙ,
яҡшы таныш булған ысулдарҙы ҡулланығыҙ. Өйөгөҙҙə лə төрлө
мəсьəлə тыуыр, унда яҡындарығыҙ ярҙам итер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн бер аҙым ғына
ҡалғандай тойолор. Уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығырға ғына
тора. Хатта ниндəйҙер эштəн бөтөнлəй баш тартырға ла тура килер.
Шулай ҙа хəлегеҙ бигүк насар түгел һымаҡ. Кесе йоманан һуң яҡшы
хəбəр килер.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Осор барышында ашыҡмаҫҡа кəңəш ителə. Бөтөн ваҡиға һеҙ
көткəндəн күпкə яйыраҡ барыр. Быға тынысыраҡ ҡарап, түҙемлерəк
булыуығыҙ хəйерле. Шаршамбылағы дəғүəлəрҙəн ары тороғоҙ.
Йомалағы хəлдəн һабаҡ алыуығыҙ файҙалы булыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна араһында аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Осрашыуҙар
күңелле һəм бер юлы файҙалы үтер. Элекке ҡытыршылыҡтар
онотолор. Ҙур эштəрегеҙ ауырыраҡ барыр. Төрлө ваҡ-төйəк мəшəҡəт
даими ҡамасаулап торор.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндəр һəйбəт килер. Кеше менəн уртаҡ тел таба белеүегеҙ һəр саҡ
булышлыҡ итер. Һеҙҙəн ҡəҙимгенəн йышыраҡ ярҙам һорарҙар.
Хəлегеҙҙəн сығып эш итегеҙ. Шишəмбелə кемдер үҙ эшен һеҙгə
йөкмəтергə тырышыр. Бындай осраҡта ҡатыраҡ булығыҙ.
Читайте нас: