Рəсəй Президенты Кремлдə "Эндокринология буйынса милли медицина тикшеренеү үҙəге" етəксеһе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эндокринологы, академик Иван Дедовты ҡабул итте. Уларҙың һөйлəшеүе лə башлыса эндокринологик сирҙəр тураһында барҙы.
– Был Үҙəктə һəр ваҡыт яңы нимəлер уйлап табылыуын беҙ белəбеҙ, – тине Владимир Путин.
Иван Дедов ил башлығы ҡушыуы буйынса яңы корпуста реконструкция үтеүен һөйлəне. Эштəрҙең нисек барыуын күрһəтергə альбом да алып килгəйне. Президент уны ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Беҙҙең белгестəр донъялағы бөтə эндокрин боҙоҡлоҡтар буйынса эшлəй, тəжрибəлəре ҙур, – тип белдерҙе Дедов. Һəм бик етди сир тураһында телгə алып үтте. Ул – шəкəр диабеты. – Донъяла ете секунд һайын диабеттан бер кеше үлə. Бөгөн ауырыуҙар һаны – 420 миллион кеше... – тине баш эндокринолог. – Һəр ете секунд һайын бер кеше? – тип ҡабатлап һораны Владимир Путин.
Аптырарлыҡ та шул. Диабет яман шеш, йөрəк-ҡан тамырҙары сирҙəрен дə аҙҙыра.