"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 16:00

Һанһыҙ мөмкинлектәр аса ҺАНЛЫ ҮҪЕШ

Быйыл Башҡортостанда IT-бизнесты үҫтереү өсөн 100 миллиондан ашыу һум аҡса тотонорға иҫәпләйҙәр. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән Башҡортостанда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге проекттар өсөн төбәк акселерация программаһын эшкә ҡушыуға арналған брифингта Өфө дәүләт нефть техник университетының Технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге директоры Сергей Гладких белдерҙе.

Быйыл Башҡортостанда IT-бизнесты үҫтереү өсөн 100 миллиондан ашыу һум аҡса тотонорға иҫәпләйҙәр. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән Башҡортостанда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге проекттар өсөн төбәк акселерация программаһын эшкә ҡушыуға арналған брифингта Өфө дәүләт нефть техник университетының Технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге директоры Сергей Гладких белдерҙе.
Брифингта Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Өфө дәүләт нефть техник университетының Һанлы университеты директоры Руслан Ғәбиҙуллин, ошо уҡ уҡыу йортоноң Технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге директоры Сергей Гладких һәм “Лексема” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, эксперт Виктор Тимошин ҡатнашты.
Спикерҙар төбәк акселерация программаһының төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Акселераторҙың иң тәүге бурысы – һәр этапта проект үҫешен тиҙләтеү. Бының өсөн эксперттар ғаризаларҙы ныҡлап өйрәнәсәк, стартаптарҙың мөмкинлектәрен билдәләйәсәк һәм IT-проекттарҙың үҫешен тиҙләтеү сараларын күрәсәк. Шулай был программала ҡатнашҡандар, ғәҙәттә, ябай бизнес ике-өс йыл буйы өлгәшкән уңышҡа бер нисә айҙа етә аласаҡ.
Республика акселерация программаһы үҙ эсенә төрлө сараларҙы, белем биреү курстарын, менторҙар һәм эксперттар менән системалы эште, проекттарға финанс ярҙамын, корпоратив партнерҙар менән мөнәсәбәт булдырыуҙы аласаҡ. Уға ярашлы быйыл Башҡортостанда стартап-көндәр, семинарҙар, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә хакатондар үткәреү ҡаралған. Саралар һөҙөмтәһе буйынса интенсив шәхси әҙерлек өсөн перспективалы программалар һайлап алынасаҡ.
Был эш башында Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы тора. Проект “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы технологиялар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
"IT-компаниялар өсөн иң ҙур ярҙам - заказдар алыу, аҡса эшләү һәм үҫешеү мөмкинлеге биреү. Шуға күрә программаның төп бурыстарының береһе – республиканың ҙур предприятиелары һәм IT-эшләүселәр араһында бәйләнеш булдырыуҙа ярҙам итеү", - тине Геннадий Разумикин.
Өфө дәүләт нефть техник университетының Һанлы үҫеш университеты директоры Руслан Ғәбиҙуллин төбәгебеҙ IT-белгестәренең юғары мөмкинлектәре булыуын билдәләне. Был программа талантлы кешеләргә үҙҙәрен танытыуға юл асасаҡ, тине ул.
"Программа шуның менән үҙенсәлекле: ул республиканың барлыҡ райондарын үҙ эсенә ала. Беҙҙең бурыс – Башҡортостанда булған барлыҡ идеяларҙы тикшерергә һәм кәмендә үҙаллы бизнес кимәленә тиклем үҫтерергә ярҙам итергә, эш урындары булдырырға", - тигән фекерҙә Руслан Ғәбиҙуллин.
Брифингта ҡатнашҡандар белдереүенсә, бындай кимәлдәге IT-тармаҡҡа ярҙам программаһы Башҡортостанда беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Иң перспективалы стартаптарҙың 500 меңдән 500 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар. Ғаризаны Башҡортостанда йәшәгән йәки эшләгән һәр теләгән кеше ебәрә ала. Тәүге анкеталар килә башлаған да инде, улар әле тикшерелә.
"Бөгөн 20-гә яҡын ғариза килде, улар төрлө. Араларында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, виртуаль ысынбарлыҡ, мәғариф өлкәләрендәге проекттар бар. Яңы эш башлап торғандар ҙа, эре компаниялар ҙа ҡатнаша", – тине Сергей Гладких.
Йыл аҙағына тиклем белгестәр 100 самаһы проект һайлап алмаҡсы. Ғаризаны http://grantrb.ru/ сайты аша бирергә була. Программа координаторы номеры +7-917-411-57-77; [email protected].
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас: