Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 21:00

БИЛГЕ

Эҫе, эҫе...Яландарҙа көйә үлән,Бешмәйенсә кибеп бөттө емеш-фәлән.Ҡайнар ҡояш ҡыҙыуынан тәҡәт тапмай,Өйҙәренә боҫто һәммә күрше-күлән.

БИЛГЕ

Эҫе, эҫе...
Яландарҙа көйә үлән,
Бешмәйенсә кибеп бөттө емеш-фәлән.
Ҡайнар ҡояш ҡыҙыуынан тәҡәт тапмай,
Өйҙәренә боҫто һәммә күрше-күлән.
Эҫе, эҫе...
Баҫыуҙарҙа үҫмәй иген,
Ауыл халҡы күк йөҙөнән алмай күҙен.
Барса ғауам дүрт күҙ менән көткән ямғыр
Әллә ниңә яуманы шул тағы бөгөн.
Эҫе, эҫе...
Көткән ямғыр ҡасан килер?
Ҡояш өтә.
Ҡасан бер аҙ көн һүрелер?
Күпте күргән уҡымышлы ҡарттар әйтә:
"Был - йәһәннәм ялҡынының ипкенелер".
Эҫе, эҫе...
Белмәй әйтмәҫ ил ҡарттары.
Халыҡ аҙа, арта әҙәм йораттары;
Нәфселәрен тыя белмәй, сиктән аша
Ер-Әсәнең алдындағы гонаһтары.
Эҫе, эҫе...
Әгәр һәр йәй шулай килһә,
Ер әйләнеп ҡуймаҫ, тимә, ҡомло сүлгә.
Быйылғы йәй - уйлай белгән кешеләргә
Ғибрәт өсөн ебәрелгән аят-билге.
Мәүлит Ямалетдинов.
Читайте нас: