Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 20:00

Берҙәмлектә - көс

Төркөмдәштән яңылыҡ#Байышымяҙмышым, #Байышауылымәсете, #Хөснөтдинбаҡсаһы, #БерҙәмлектәкөсКисә, йәғни 16 июль көнө, эш сәфәре менән Байыш ауылы мәсетенә Ейәнсура районы Хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улы килде.



Кисә, 16 июль көнө, эш сәфәре менән Байыш ауылы мәсетенә Ейәнсура районы Хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улы килде. Байыш ауылы хакимиәте һәм активы менән берлектә мәсет төҙөлөшө, Хөснөтдин баҡсаһын төҙөкләндереү, указлы муллалар, хәҙрәттәр Дәүләтшиндарҙың зыяратын тәртипкә килтереү эштәре тураһында әңгәмә барҙы. Аллаһы бойорһа, 1 октябрь көнө, районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейын билдәләү алдынан (15 октябрь ) Байыш ауылы мәсетен тантаналы асырға тигән тәҡдим ҡабул ителде. Дәмин Марат улы Ғилман Әхмәтдин улының Хөснөтдин баҡсаһын тергеҙеү инициативаһын хупланы һәм баҡсаны кәртәләү өсөн материалдар менән ярҙам итергә вәғәҙә итте. Бөтәһе 60 метр тирәһе кәртәләү тоторға кәрәк буласаҡ. Район башлығы Байыш ауылына янғын һүндереү машинаһы һәм бокс төҙөү өсөн материалдар бирәбеҙ тип әйтте. Бына был да һәйбәт яңылыҡ, тимәк ауыл биләмәһе хакимиәте штатында бер пожарник менән шофер була тигәнде лә аңлата бит инде. Шулай уҡ балалар майҙансығы https://vk.com/wall-100756461_180 тураһында ла һөйләштеләр.
31 июлдә үткәреләсәк Ҡорбан байрамының планын да раҫланылар: байрам сараһын Байыш урта мәктәбендә, ғәйет намаҙын мәсеттә үткәреү, ҡорбан салыу эштәре ҡаралған.
Алда ҙур эштәр, өмәләр тора, ситтә ҡалмайыҡ ауылдаштар! Тик берҙәмлектә - көс икәнен онотмайыҡ!!! Уңыштар беҙгә, бөтәгеҙгә лә!
ФЛҮРӘ КАШБУЛЛИНА.
Байыш ауылы.
Читайте нас: