Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 16:00

Башҡортостан президент гранттарына ғариза биреүселәр һаны буйынса алдынғы өсәү араһында

Быйылғы өсөнсө конкурсҡа республиканан 160 ғариза ебəрелгəн.

Һүҙ Президент гранттары хаҡында бара.
Быйылғы өсөнсө конкурсҡа республиканан 160 ғариза ебəрелгəн.
Проекттарҙың иң күбе Белгород өлкəһенəн əҙерлəнгəн – 200, унан ҡала – Санкт-Петербург-168. Башҡортостан – өсөнсө урында.
Беҙҙең 160 проект араһында 500 мең һумға тиклемге грант алыуға 58 проект бар, 81 проект 500 мең һумдан алып өс миллион һумға тиклемге гранттарға. Тағы 15
проект өс миллиондан ашыуыраҡ һумға дəғүə итə. Ҡатнашыусылар географияһы ярайһы киң – республиканың 38 муниципаль берəмеге ғариза биргəн.
Иң əүҙемдəре – Өфө, Стəрлетамаҡ, Сибай ҡалалары. Президент гранттары фонды мəғлүмəттəре буйынса, барлығы 3 868 проект алынған. Иң популяр тема:
Социаль хеҙмəтлəндереү, халыҡты социаль яҡлау.
Проекттарҙың күбеһе коронавирус йоҡтороп ауырыусы ғаилəлəргə ярҙамға бəйле.
Август аҙағында конкурс тамамланасаҡ, 1 сентябрҙəн еңеүсе проекттар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ,
тип хəбəр итəлəр БР Йəмəғəт палатаһынан.
Читайте нас: