21 июлдә Миәкә районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яраланғандар араһында бала ла бар.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, “Volkswagen Polo” машинаһына идара иткән урындағы 60 йәшлек ир Миәкәтамаҡ – Нарыҫтау юлына сыҡҡанда шулай уҡ “Volkswagen Polo”автомобиленең 39 йәшлек водителенә юл бирмәгән һәм бәрелешкән.
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдиновтың белдереүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике машинанан барлығы биш пассажир, шул иҫәптән ете йәшлек малай йәрәхәтләнгән.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеүҙең яҡшыға килтермәүен хәтерҙән сығармаһаҡ ине...
"Башҡортостан" гәзитенән.