Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 13:30

Балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ!

Әле ямғырлап торһа ла, йәй үтмәгән. Тағы көн йылытыр, халыҡ һыу буйына ағылыр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың республика халҡына үтенес менән мөрәжәғәт итеүенә ҡолаҡ һалайыҡсы! Ул балаларҙы һыуға батыуҙан һаҡларға саҡырып, күңел өшөтөрлөк һандарҙы миҫалға килтерҙе. Һыу ҡорбандарҙы күп алды быйыл!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте
Көн һайын йылғаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында балаларҙы юғалтабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йыл башынан республиканың һыу объекттарында 17 бала һәләк булды. Уларҙың иң кесеһенә – 5, өлкәненә 17 йәш ине. Был фажиғәләр Архангел, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында һәм шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында теркәлде.
Иң күбе – Ағиҙел йылғаһында, унда 6 бала батып үлде. Бәхетһеҙлек осраҡтары шулай уҡ Ашҡаҙар, Оло Әрмет, Дим, Еҙем, Мәләкәс, Һалдыбаш йылғаларында, шулай уҡ һыу һаҡлағыстарҙа, күлдәрҙә, быуаларҙа булды.
Хөрмәтле ололар!
Һыуҙағы фажиғәләрҙең 40 %-ы – һыу ингән саҡта өлкәндәрҙең эргәһендәге балаларын күҙ уңынан ысҡындырыуы, ҡарап еткермәүе; 60 %-ы – балаларҙың ололарҙан башҡа һыу инергә барыуы һөҙөмтәһендә килеп сыға.
Күмәк кеше – юҡ кеше, тигәндәй, ололар күп булһа, барыһы ла күҙ яҙлыҡтырмаған кеүек, бер үк ваҡытта бер кем дә ҡарамай. Бер-береһенә ышаналар. Шунлыҡтан балалар, айырыуса бәләкәстәр, һыуға төшкәндә һәр ваҡыт бер оло кешенең күҙ алдында булырға тейеш. Балалар сәбәләнмәй ҙә, ҡысҡырмай ҙа, улар тын ғына, күҙ асып йомған арала (ғәҙәттә 30 секунд эсендә) һыу төбөнә китә.
*Балалар менән ял итергә барғанда, тәрән һыулы йәки ағымы шәп булған, өйөрөлтмәкле йылға ярҙарын һайламағыҙ. Артыҡ ҙур булмаған йылға ла хәүефле булыуы ихтимал.
*Балаларға тын тултырылған матрастарҙа һәм дүңгәләктәрҙә алыҫҡа йөҙөп китергә рөхсәт бирмәгеҙ.
*Уларҙы үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ.
*Иң мөһиме – балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
*Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Бергәләп кенә балаларыбыҙҙы фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалырбыҙ!
Читайте нас: