«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын ғəмəлгə ашырыуға ярашлы, федераль ҡаҙна бүлгəн аҡсаға республика дауаханалары яңы, заманса ҡорамал менəн тулыланды.
Һигеҙ компьютер томографы алынды, улар коронавирус инфекцияһы менəн сирлəүселəрҙе дауалауҙа ҡулланыласаҡ.
Мəҫəлəн, Күмертау ҡала дауаханаһына алынған «Canon» фирмаһында етештерелгəн аппарат (50 миллион һум тора) патологик процесты теүəл һəм асыҡ күрһəтə.
Томографтар Өфө, Стəрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларына ла, Бөрө, Ишембай, Баймаҡ, Дүртөйлө район дауаханаларына ебəрелде.