Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 13:30

Табиптарыбыҙ Ҡырғыҙстанға юлланды

Бөтә донъя медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө килешеүе сиктәрендә һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса бөгөн төндә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә "табиптар десанты" бер айға Ҡырғыҙстан Республикаһына юлланды.

Бөтә донъя медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө килешеүе сиктәрендә һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса бөгөн төндә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә "табиптар десанты" бер айға Ҡырғыҙстан Республикаһына юлланды. Беҙҙең табиптар урындағы белгестәргә мәкерле сир менән көрәшеүҙә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтәсәк, ауыр сирлеләрҙе дауалау буйынса консультация үткәрәсәк.
50-гә яҡын аҡ халатлылар араһында коронавирус менән сирлеләрҙе дауалауҙа практик тәжрибәһе булған эпидемиолог һәм инфекционистар, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттары һәм ординаторҙары бар. Уларҙың барыһы ла медицина күҙәтеүе һәм инструктаж үткән, шәхси һаҡланыу саралары һәм дарыуҙар менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан табиптары Ҡырғыҙстанға Өфө аэропортынан бөгөн төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус борты менән осто.
Бынан алдараҡ республика табиптары Ҡарасәй-Черкес Республикаһында һәм Амур өлкәһендә эшләп ҡайтҡайны.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: