Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 10:30

Ҙур эштәр тантаналы башланды

#Владимир_ПутинРəсəй Президенты Керчь ҡалаһында урынлашҡан “Залив”карап төҙөү заводында булды.

Владимир Путин Ҡырымда ҙур эштəрҙе тантаналы рəүештə башлап ебəрҙе.
Рəсəй Президенты Керчь ҡалаһында урынлашҡан “Залив”карап төҙөү заводында булды. Владимир Путин предприятиеның генераль директоры Игорь Обрубов менəн “Иван Рогов” универсаль десант карабы төҙөлөшөнөң тəүге секцияһына махсус таҡта ҡаҡты.
Бынан тыш, РФ Хөкүмəте Рəйесе урынбаҫары Юрий Борисов, Хəрби-диңгеҙ флотының баш командующийы Николай Евменов һəм бер төркөм рəсми вəкил менəн “Митрофан Москаленко” карабы төҙөлөшөнə нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.
Видеоконференция режимында Президент Северодвинскиҙа, Санкт-Петербургта атом һыу аҫты кəмəлəрен төҙөү башланыуын күҙəтте.

Десант караптары һəм фрегаттар, əлбиттə, яңы быуын йөҙгөстəре. Улар иң заманса ҡорамалдар менəн йыһазландырыласаҡ, ҡоралланыу мөмкинлектəре лə юғары кимəлдə, элемтə бəйлəнеше лə алыҫ араға иҫəплəнгəн.
Ил башлығы ышандырыуынса, яңы “кəмəлəр” хəрби потенциалыбыҙҙы нығытасаҡ.
Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас: