Үтә эҫе торған көндәрҙе алыштырып, Башҡортостанға килгән ямғыр барыбыҙҙы ла һөйөндөргәйне. Әммә уның туҡтауһыҙ ҡойоуы үҙәккә үтә башланы. Мәҫәлән, кисә бер көн эсендә генә яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160 процентҡа артыҡ яуған. Бигерәк тә, Йылайыр, Аҡъяр ауылдарында һәм Сибай ҡалаһында. Уларҙа һыу кимәле бер тәүлектә 8 сантиметрға күтәрелеүе билдәләнгән.
Синоптиктар әйтеүе буйынса, бөгөн, 24 июлдә, көн аяҙлы-болотло буласаҡ, урыны менән ямғыр көтөлә.