"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 19:00

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның был шиғри юлдары Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Гөлназ Назароваға төбәп әйтелгән кеүек. Эйе, улына ғүмер бүләк итеп, уны лайыҡлы тәрбиәләүсе әсә лә, тырыш эшсе һәм уңған хужабикә лә ул мәҡәләм геройы...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның был шиғри юлдары Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Гөлназ Назароваға төбәп әйтелгән кеүек. Эйе, улына ғүмер бүләк итеп, уны лайыҡлы тәрбиәләүсе әсә лә, тырыш эшсе һәм уңған хужабикә лә ул мәҡәләм геройы. Улына йылы мөнәсәбәте, сабыр аҡылы һәм эшһөйәрлеге һайлаған хеҙмәтендә лә сағылыш тапҡан кеүек. Бөгөн ул Иҫәнғол ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.“Иртәнән алып кискә тиклем эштә булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә йомош менән барһаң да, гел йылмайып ҡаршы ала, үҙе бешергән, әҙерләгән ризыҡтары менән сәй эсереп сығара Гөлназ, өҫтәле һәр саҡ тәм-томға бай була”, – тиҙәр хужабикәнең таныштары.
Хатта ял итәм тип ултырһа ла, ҡулында бәйләме булыр –бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Уңған кеше бар яҡлап та уңған була шул. Гөлназ йәй миҙгелен көтөп ала, тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Сөнки еләк-емештәр, бәшмәк йыйыу, баҡсаһында йәшелсәләр үҫтереү, уларҙы ҡышҡылыҡҡа эшкәртеү – уға кинәнес килтерә. Һуңынан йыйылған емештәренәнҡайнатма-компоттар ҡайнатып, йәшелсә, бәшмәктәрен тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа баҙ тултырып тәмлекәстәр әҙерләп ултыртыуға бик шәп уңған хужабикәбеҙ. Бөгөн Гөлназ Миңнебай ҡыҙы гәзит уҡыусыларға үҙенең яратып эшләгән гәрсисле ҡыяррецебының серен систе.
Ҡышҡылыҡҡа был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә дүрт килограмм ҡыяр, бер стакан үҫемлек майы, шул уҡ күләмдә шәкәр һәм 9%-лы аш һеркәһе, өс аш ҡалағы тоҙ (әммә тоҙҙо үҙегеҙсә самалап һалыу дөрөҫөрәк булыр), һарымһаҡ, ике аш ҡалағы гәрсис порошогы, һәм, шулай уҡ, ҡара борос кәрәк булыр. Тәүҙә һәр ҡыярҙы 8-12 оҙонса өлөштәргә бүләбеҙ. Шунан ваҡ ҡына туралған һарымһаҡты, тоҙ, шәкәр, боросто ҡыярға ҡушып, бутайбыҙ. Өҫтөнә май, аш һеркәһе ҡойоп, ике сәғәткә бүлмә температураһында ҡалдырабыҙ. Ваҡыт үткәс, ҡыярҙарҙы таҙа банкаларға һалабыҙ ҙа һауытта ҡалған һутын өҫтәренә бүлеп ҡойоп сығабыҙ. Банкаларҙы ябып, баш түбән әйләндереп, йылы япма менән тулыһынса һыуынғансы урап ҡуябыҙ. Шулай итеп, хужабикәбеҙ тарафынан тәҡдим ителгән ризыҡ әҙерләүгә еңел дә, ашауға тәмле лә килеп сыға.
Бына шулай, башҡортҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу бер өлгөһө булған, һәр яңы көнөнән йәм табып, яҡындарына йән йылыһы бүләк итеп йәшәгән ханымдыңтырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Читайте нас: