Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 18:00

Бушлай маска таратылды

24 июлдә, Өфөнөң бөтә райондарында ла оло кешеләргә, шулай уҡ хроник сирле һәм һаулыҡтары сикләнгәндәрәгә бушлай битлектәр таратыу ойошторолдо.Был акция хәүеф төркөмөнә ингәндәрҙе коронавирустан һаҡлау өсөн булдырылды. Битлектәрҙе биргәндә бөтә эпидимиологик-санитар нормалар үтәлде: ирекмәндәр үҙҙәре лә битлектә, ҡулдарына бирсәткәләр кейеп эшләне, тейешле дистанция һаҡланды.

24 июлдә, Өфөнөң бөтә райондарында ла оло кешеләргә, шулай уҡ хроник сирле һәм һаулыҡтары сикләнгәндәрәгә бушлай битлектәр таратыу ойошторолдо.
Был акция хәүеф төркөмөнә ингәндәрҙе коронавирустан һаҡлау өсөн булдырылды. Битлектәрҙе биргәндә бөтә эпидимиологик-санитар нормалар үтәлде: ирекмәндәр үҙҙәре лә битлектә, ҡулдарына бирсәткәләр кейеп эшләне, тейешле дистанция һаҡланды.
Октябрь районында "Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр ойошмаһы һаҡланыу сараларын "Корсо" сауҙа комплексы янында таратты.
  • Дөйөм алғанда, 700 битлек тараттыҡ, шуларҙың 250-һен өйҙәренә үк илтеп бирҙек, - тип белдерҙе Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Одинцова.
  • Калинин районында "Лидер" ойошмаһы битлектәрҙе йәмәғәт транспорты туҡталыштарында өләште, ә 65 йәштән өлкәнерәктәргә өйҙәренә алып барып бирҙеләр. Дим районы ирекмәндәре лә акцияға ҡатнашып, кеше күп йөрөгән урындарҙа 500-ҙән ашыу битлек таратты. Баш ҡаланың Киров районында "Йәшлек" ойошмаһы уҡытыусылары һәм ирекмәндәр парктарҙа, скверҙарҙа, ғөмүмән, кеше күп йөрөгән ерҙәрҙә һаҡланыу сараларын халыҡҡа өләште.
    Шулай уҡ был акциянан Ленин, Орджоникидзе, Совет районы ирекмәндәре лә ситтә ҡалманы, улар үҙ районындарында 500-әрҙән ашыу битлек таратты.
    Оло йәштәгеләргә һәм һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә битлектәр таратыу ял көндәрендә лә дауам итәсәк.
    Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә юғары әҙерлек режимы дауам итә, йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү, дистанция һаҡлау мотлаҡ, тип иҫкәртә Өфө ҡалаһы хакимиәте.
    Фото Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
    Яңылыҡ авторы: Миләүшә Сайтакова
    Читайте нас: