Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:00

Һалҡынайтты. Әммә һаман баталар

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәр ваҡыттағыса янғындар, батыуҙар буйынса оператив мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Шулай итеп, аҙна һалҡын булһа ла, 15 кеше батып үлгән. Әлбиттә, алдағы аҙналарҙағы кеүек 30-40-ар кеше түгел, шулай ҙа 15-тә - бик ҙур һан.Батҡандар һаны үтә ҙур һымаҡ күренһә лә, Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Волга буйы федераль округында һәр 100 мең кешегә батҡандар һаны буйынса Башҡортостан алтынсы урында.– Быйыл саҡ 2010 йылдағы хәл ҡабатланманы. Ул эҫе йәйҙә лә бик күпләп кеше батып үлгәйне. Беҙ хәлде тиҙ арала контролгә алырға тырыштыҡ. Даими рәүештә рейдтар үткәрәбеҙ, хакимиәт башлыҡтары, ауыл биләмәләре етәкселәре менән берлектә эшләйбеҙ. Аҙна һайын батҡандарға ҡарағанда ҡотҡарылғандар һаны арта. Саралар һөҙөмтә бирә, тик кешеләр ҙә яуаплы булһын ине, – тине Фәрит Ғүмәров.– Һандарға ҡарап аптырап ултырам, былай уҡ йыраҡ ҡараған юҡ ине. 2000 йылда 520 кеше батып үлгән. Ҡот осҡос һандар. Тимәк, ун тапҡырға күберәк кешеләр һыуҙа һәләк булған. Статистикаға ярашлы кәмеү бара. Тик көрәш туҡтамаһын, быйыл һыуҙа үлемдәр бөтһөн. Һауа торошо ла үҙгәрештәр индерер һәм кәмерәк батырҙар тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров. Фото: m.ru.delfi.lt

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәр ваҡыттағыса янғындар, батыуҙар буйынса оператив мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Шулай итеп, аҙна һалҡын булһа ла, 15 кеше батып үлгән. Әлбиттә, алдағы аҙналарҙағы кеүек 30-40-ар кеше түгел, шулай ҙа 15-тә - бик ҙур һан.
Батҡандар һаны үтә ҙур һымаҡ күренһә лә, Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Волга буйы федераль округында һәр 100 мең кешегә батҡандар һаны буйынса Башҡортостан алтынсы урында.
– Быйыл саҡ 2010 йылдағы хәл ҡабатланманы. Ул эҫе йәйҙә лә бик күпләп кеше батып үлгәйне. Беҙ хәлде тиҙ арала контролгә алырға тырыштыҡ. Даими рәүештә рейдтар үткәрәбеҙ, хакимиәт башлыҡтары, ауыл биләмәләре етәкселәре менән берлектә эшләйбеҙ. Аҙна һайын батҡандарға ҡарағанда ҡотҡарылғандар һаны арта. Саралар һөҙөмтә бирә, тик кешеләр ҙә яуаплы булһын ине, – тине Фәрит Ғүмәров.
– Һандарға ҡарап аптырап ултырам, былай уҡ йыраҡ ҡараған юҡ ине. 2000 йылда 520 кеше батып үлгән. Ҡот осҡос һандар. Тимәк, ун тапҡырға күберәк кешеләр һыуҙа һәләк булған. Статистикаға ярашлы кәмеү бара. Тик көрәш туҡтамаһын, быйыл һыуҙа үлемдәр бөтһөн. Һауа торошо ла үҙгәрештәр индерер һәм кәмерәк батырҙар тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Фото: m.ru.delfi.lt
Читайте нас: