Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 19:45

Андрей Назаров: “Кешеләр үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып йөрөргә тейеш түгел”

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Адрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә һүҙ юлдарҙы һәм соҡорҙарҙы ремонтлау тураһында барҙы.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Адрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә һүҙ юлдарҙы һәм соҡорҙарҙы ремонтлау тураһында барҙы.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев билдәләүенсә, 27 июлгә ҡарата Юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында 218 536 етешһеҙлек теркәлгән, шуларҙың 194 396-һы төҙөкләндерелгән. Был дөйөм күләмдең 88,9 процентын тәшкил итә. Шул иҫәптән төбәк һәм район-ара юлдарҙа 102 184 төҙөкһөҙлөк һанланған, шуның 97 746-һы төҙөкләндерелгән. Был дөйөм һандың 94,7 процентын тәшкил итә. Урындағы автомобиль юлдарында иһә 115 352 төҙөкһөҙлөк теркәлгән, шуның 96 630, йәғни 83, 7 проценты төҙөкләндерелгән.
- Республиканың бөтөн райондарында ла соҡорҙарҙы һанлау эше һәйбәт ойошторолған. Шулай ҙа, Благовещен, Борай райондарын һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһын айырым билдәләп үткем килә, - тине Алан Марзаев.
Иртәгә иһә Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы район һәм ҡалаларҙа эшләүсе белгестәргә онлайн-рәүештә Юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы менән эшләүҙең нескәлектәрен өйрәтеү буйынса уҡыуҙар ойоштора.
Кәңәшмә барышында урамдарҙа ихаталарҙы ремонтлау тураһында ла һөйләшелде. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының урынбаҫары Николай Ельников билдәләүенсә, 15 апрелдән алып ихаталарҙа 16 мең соҡор ремонтланған.
Кәңәшмәлә Мәләүез станцияһы эргәһендәге тимер юлы аша үткән автомобиль юлын асыу тураһында ла һүҙ булды. Был юл 1998 йылда ябылған, әммә урындағы халыҡ уның аша һаман сығып йөрөй.
- Был юлды хәүефһеҙләндереү бурысын ҡуям. Кешеләр нисәмә йыл үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып ошо юлдан йөрөүен дауам итә. Уларға уңайлы һәм хәүефһеҙ юл булдырыу мотлаҡ, - тип белдерҙе Андрей Назаров. Был мәсьәләне тиҙ арала хәл итер өсөн Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән был аҙнала уҡ осрашырға килешелде.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас: