"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 14:10

Еңел ҡарамайыҡ!

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә коронавирус инфекцияһы - иғтибар үҙәгендә. Бөгөн дә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә коронавирус инфекцияһы - иғтибар үҙәгендә. Бөгөн дә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
– Һуңғы тәүлек эсендә коронавирус 36 кешелә табылған. Шулай итеп дөйөм сирлеләр һаны 6607 кеше тәшкил итә. Амбулатор дауаны 1536 кеше ала, стационарҙарҙа – 204 кеше ята. 35 кеше ауыр хәлдә, – тине ул.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлау менән дауаханаларҙан 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Радий Хәбиров кешеләрҙең йәмәғәт урындарында битлек кеймәй башлауына борсолоу белдерҙе.
– Беҙҙең бик етди һөйләшеүҙәр булды, табиптар мөмкин булғанса ныҡ итеп санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе һораны. Улар фекеренсә, беҙ инфекцияға еңел ҡарай башланыҡ. Республикала битлек режимы ла, социаль дистанция ла насар үтәлә, – тине ул.
Радий Фәрит улы коронавирус менән зарарланыу мөмкинлеге ҙур булған урындарҙа битлек кейеү мотлаҡ тине.
– Дәүләт учреждениелары, сауҙа, йәмәғәт транспорты – был урындарҙа битлек кейеү мотлаҡ, – тине ул.
Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 100 мең кешенең 163,1-е яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланған. Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙа урындар һәм дарыуҙар менән проблема юҡ.
– Бөгөн “ковид”-сирлеләр өсөн стационарҙарҙа дөйөм фондтың 43 процент урыны бар. Кәрәкле дарыуҙар, шәхси яҡланыу, дезинфекция саралары запасы ике айға етә, – тине ул.
Зубово ауылындағы махсус инфекция дауаханаһында булған 340 урындың 302-еһендә сирлеләр ята, 28 кеше интенсив терапия бүлегендә.
Фото: md-gazeta.ru
Читайте нас: