“Республикалағы эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, яҡынса 15 августа кинотеатрҙар асылыр тип һаҡлыҡ менән әйтә алабыҙ. Әгәр был хәл була ҡалһа, 15 августа улар Рәсәй Роспотребнадзорының методик тәҡдимдәрен ҡәтғи күҙәткәндә генә эшләйәсәк, – тине Наталья Лапшина. – Пандемия осоронда кинотеатрҙарҙың эшләүе тураһындағы бындай тәҡдимдәр раҫланған. Улар республикалағы 133 залы булған 47 кинотеатрға һәм кино комплексына ебәрелгән. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла, тамашасылар кеүек, асылыуҙы көтә”.