Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 22:00

Киске табынға - пицца

Киске табын өсөн еңел дә, тиҙ ҙә әҙерләнгән ризыҡ.

Киске табын өсөн еңел дә, тиҙ ҙә әҙерләнгән ризыҡ.
Пицца өсөн башта ҡамыр баҫабыҙ. Онға ике йомортҡа, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, һөт, сода ҡушыла. Ул йомшаҡ ҡына булырға тейеш.

Эслек өсөн соус, бер һуған, колбаса, сыр кәрәк.

Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп сығабыҙ ҙа йәйәбеҙ. Майланған табаға һалып, эргә-тирәһен тигеҙләп ҡырҡып сығабыҙ. Йәймәгә соус һөртөп, ваҡлап туралған һуған ҡушабыҙ. Колбасаны нәҙек кенә итеп ҡырҡабыҙ ҙа һуғандың өҫтөнә һалабыҙ. Унан ваҡланған сыр һибәбеҙ. Духовкала 20 минут бешерәбеҙ.
Фото: pixabay.com
Читайте нас: