Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 13:20

Милли проекттар нисек үтәлә

#нацпроектыБыйыл Башҡортостанда милли проекттар буйынса 199 маҡсатлы күрһəткескə ирешергə тейешбеҙ.

Быйыл Башҡортостанда милли проекттар буйынса 199 маҡсатлы күрһəткескə ирешергə тейешбеҙ.
Уҙған аҙнала БР Хөкүмəтенең беренсе вице-премьеры - БР Хөкүмəте Аппараты Етəксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы ғəмəлгə ашырыуға арналған кəңəшмə үткəргəйне. Шунда белдерелеүенсə, быйыл ирешə торған күрһəткестəр ярайһы етди.
Ағымдағы йылда 199 күрһəткескə ирешергə тейешбеҙ, шуларҙың 76-һы муниципаль кимəлдə. Проекттар өсөн 31,7 миллиард һум ҡаралған. Ул аҡсаның 20,5 миллиард һумы - федераль ҡаҙнанан. Быйыл милли проект буйынса 47 объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. 20 балалар баҡсаһы, алты мəктəп, һаулыҡ һаҡлау һəм мəҙəниəт учреждениелары.
Фото: vk.com
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: