Владимир Путин Рəсəйҙең Хəрби-диңгеҙ флотында нимəлəр барлығын да һөйлəп үтте. Əлбиттə, ғорурланырлыҡ һəм маҡтанырлыҡ нəмəлəребеҙ бар. Заманса йыһазландырылған караптар, һыу аҫты кəмəлəре, өр-яңы самолеттар, уникаль махсус техника һəм ҡорал...
Ил башлығы белдереүенсə, флотты йыһазландырыу йылдам дауам итə. Йыл һайын арыу уҡ яңы карап сафҡа индерелə. Яңыраҡ алты
карап төҙөлөшөнə нигеҙ һалынды.
- Əлбиттə, диңгеҙҙə беҙҙең төп көс булып һəр ваҡыт кеше ҡала. Улар донъяла аналогы булмаған ҡорамалдар, ҡоралдар, комплекстарыбыҙ менəн идара итə белə, - тип һөйлəне Путин.
Эйе, диңгеҙҙə хеҙмəт итеү һəр кемдең ҡулынан килə торған эш түгел.