Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 19:05

Яңы проект: “Юлъяҙмаһыҙ ял. Рәсәй”

#нацпроект_КультураВладимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән “Мәҙәниәт” дәүләт проекты сиктәрендә төбәктә бихисап эштәр башҡарыла.Шуларҙың береһе тураһында һүҙ: Башҡортостанда Андрей Разыграев Туризм буйынса федераль агентлыҡ һәм “Муз-ТВ” телеканалы менән берлектә “Юлъяҙмаһыҙ ял. Рәсәй” проектының яңы телесезонын төшөрә башланы.

Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән “Мәҙәниәт” дәүләт проекты сиктәрендә төбәктә бихисап эштәр башҡарыла.
Шуларҙың береһе тураһында һүҙ: Башҡортостанда Андрей Разыграев Туризм буйынса федераль агентлыҡ һәм “Муз-ТВ” телеканалы менән берлектә “Юлъяҙмаһыҙ ял. Рәсәй” проектының яңы телесезонын төшөрә башланы.
Программа сығарылышының береһе Башҡортостанға бағышланасаҡ. Тапшырыу илдең туристик потенциалын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Команда бөгөн республикала эш башланы һәм 31 июлгә тиклем республикала буласаҡ. “Юлламаһыҙ ял. Рәсәй” тапшырыуын алып барыусы Андрей Разыграев билдәле туристик объекттарҙы ҡарап сығасаҡ, респулика биләмәһендә урынлашҡан локаль сәйәхәт өсөн үҙенсәлекле урындарҙа буласаҡ.
Фильмдың беренсе көнө Өфөлә планлаштырылған. “МУЗ-ТВ” телеканалы командаһы ҡаланың тарихи урындарында, заманса майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк. Әлегә “Арт-КВАДРАТ”, Ағиҙел буйының төҙөкләндерелгән яры кеүек билдәле урындарға булып өлгөргәндәр.
Артабан алып барыусы һәм уның командаһы Башҡортостан буйлап сәйәхәткә китә. Уларҙы иң ҡыҙыҡһындырған йүнәлеш – этнотуризм. Милли аш-һыу, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереү фермалары, башҡорт мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәр менән танышасаҡтар. Төркөм Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә сығанағына барасаҡ, Павловка һыуһаҡлағысын күрәсәк, “Торатау” геопаркының эше менән танышасаҡ. Шулай уҡ “Красноусол” шифаханаһының дауалау процедураларын ҡарарға иҫәп тоталар. Әбйәлил районындағы ҡымыҙ фермаһына ла барасаҡтар.
Интернет селтәрендә 250 меңдән ашыу кеше ҡараған тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң, Башҡортостанға килергә теләүсе туристар һаны бермә-бер артыр тип ышананабыҙ.
Читайте нас: