Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә янғындар буйынса күрһәткестәр был аҙнала һәйбәт булыуы билдәләнде. Республикала теркәлгән 106 янғында бер кешенең дә ғүмере өҙөлмәгән. Үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, янғындарҙа быйыл 30 кешегә кәмерәк үлгәндәр. Алты урман янғыны теркәлгән.