"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 19:00

Үҙе шарҙай, тәме балдай

Йәйҙең иң сағыу саҡтары. Эҫе көндәрҙә һыуыҡ ҡына татлы ҡарбуз ашап рәхәтләнеүгә ни етә. Был еләктән ҡышҡылыҡҡа әҙерләп булған күпме тәмлекәс бар. Бер аҙы менән һеҙҙең менән дә бүлешеп китке килә.

Йәйҙең иң сағыу саҡтары. Эҫе көндәрҙә һыуыҡ ҡына татлы ҡарбуз ашап рәхәтләнеүгә ни етә. Был еләктән ҡышҡылыҡҡа әҙерләп булған күпме тәмлекәс бар. Бер аҙы менән һеҙҙең менән дә бүлешеп китке килә.
Ер еләгенән, сейәнән ҡайнатма әҙерләгәнегеҙ, моғайын, барҙыр, ә ҡарбуздан ҡайнатып ҡарағанығыҙ бармы? Булмаһа, тиҙерәк яҙып алығыҙ. Бер килограмм ҡарбуз өсөн 1,5 килограмм шәкәр ҡомо, ике грамм лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡарбузды яҡшылап әрсейбеҙ, фәҡәт йәшел ҡабығы ғына ҡалырға тейеш. Шуны шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуҙа ике минут бешерәбеҙ. Ике стакан һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Шуның өҫтөнә бешереп алынған ҡарбуз ҡабығы һалына. Ул үтә күренмәле булғанса бешерелә, өҫтөнә лимон кислотаһы һибелә. Зөбәржәт төҫөндәге ҡайнатма хасил була. Бына шулай, ҡарбуздың эсен тәмләп ашап, ҡабығынан бынамын тигән ҡайнатма әҙерләп була.
Түҙгеһеҙ эҫе көндәрҙә һыуыҡ туңдырма ашау үҙе бер кинәнес килтерә. Әгәр ҙә уны төрлөләндереп ашаһаң, икеләтә тәмле. Ҡарбуз ҡушып, тәмлекәс эшләү өсөн, пломбир туңдырмаһы, ҡарбуздың йомшағы, шәкәр ҡомо кәрәк булыр. Ҡарбуздың йомшағын һәм пломбир туңдырмаһын шаҡмаҡлап турайбыҙ, аралаштырып бутайбыҙ, шунан шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Матур һауытҡа һалып, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Туңдырма туңғас, тәмләп ашаһаң да була.
Ә һеҙ цукат тигән тәмлекәс хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, белегеҙ, цукат – ул шәкәр сиробында ҡайнатылған еләк-емештәр. Бына хәҙер беҙ тәҡдим итәсәк цукат рецебы ла ҡарбуздан булыр. Иң тәүҙә, ҡарбуз ҡабығын шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шуны ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа ун сәғәткә шәкәр шәрбәтенә һалып ҡуябыҙ (1,5 килограмм шәкәргә дүрт стакан һыу), тағы бер ҡат бешереп алабыҙ. Бешеп килгәндә, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм, бысаҡ осо менән генә алып, ванилин өҫтәйбеҙ. Ҡайнар ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ ҙә өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Болғатып, киптерергә һалабыҙ. Әҙер цукаттарҙы быяла һауытта йәки ҡағыҙ пакетта һаҡларға була. Әгәр бындай ризыҡты эшләгәнегеҙ булмаһа, мотлаҡ рәүештә, эшләп ҡарағыҙ. Үкенмәҫһегеҙ.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Ҡарбуз һутын күләме биш тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатһаң, ҡарбуз балы хасил була. Бындай балды һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Был тәмлекәстәрҙе әҙерләү өсөн, тәү сиратта, һәйбәт ҡарбузды һайлай белеү мөһим. Ростандарт тәҡдим иткән ҡағиҙәләргә иғтибар итәйек. Ҡарбузды бөтөн яҡтан иғтибар менән тикшереп, тотоп ҡарарға кәрәк – ҡарбуз тышында, микробтар һәм бактериялар үтерлек, бер ниндәй ҙә сатнаған, йәмшәйгән, сыйылған, ярыҡ һәм башҡа боҙолған урындар булырға тейеш түгел. Сағыу һәм төҫлө һыҙыҡтар ҡарбуздың өлгөргәнлеге күрһәткесе булып тора. Әгәр ҙә ҡарбуз тышын бармаҡ менән һөртөп ҡарағанда, яңы бесән еҫе сыҡһа, ул әле бешмәгән тигәнде аңлата. Ҡарбуз ҡойроғо кипкән булырға тейеш, сөнки ҡарбуз өлгөргәс, ерҙән дым алыуҙы туҡтата һәм кибә. Әгәр ҡойроғо йәшел икән, тимәк уны бешмәҫ борон өҙөп алғандар. Бешкән ҡарбузға һуғып ҡараһаң, ул асыҡ һәм яңғырауыҡлы тауыш, ә бешмәгән емеш тоноҡ тауыш бирә. Ҡарбуздың ергә тейеп ятҡан яғын ҡарау мөһим, уны емештең “сикәһе” тип атайҙар, ул ныҡ һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫтә була. Ныҡ асыҡ, ҙур һәм тигеҙ итеп буялған “сикә”, ҡарбуздың баҡсала тейешле кимәлдә ятмауын белдерә. Бынан тыш, Ростандарт белгестәре ҡарбузды яҡшылап йыуырға, уны тышына тиклем ашамаҫҡа һәм ҡырҡылған ҡарбуздарҙы алмаҫҡа тәҡдим итә.
Ҡарбуз – йәйен генә үҫә торған еләк. Ошо осорҙо “тотоп алып”, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләп ҡалайыҡ.
Читайте нас: