Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә коронавирус таралыуына бәйле хәлде, шулай уҡ медицина учреждениеларының көҙгө осорҙа һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының артыуына әҙерлеген тикшерҙе. «Хәл ҡатмарлы ҡала һәм теләһә ҡайһы яҡҡа тирбәлеүе мөмкин. Әйткәндәй, беҙ һеҙҙең менән тап шуға йыйылдыҡ та инде. Шуға күрә тынысланыу, табиптарҙың кәңәштәрен онотоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, –
тине Владимир Путин. – Мин хәҙер власть вәкилдәренә лә, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм».