#Байышауылымәсете,
#Ҡорбанғәйете,
#Ҡорбанбайрамы,
#БайраммөбәрәкбулһынМосолман донъяһы ҙурлап ҡаршы алған һәм хөрмәтләп үткәргән Ҡорбан байрамы беҙҙең Байыш ауылында ла ололап үткәрелде. Байрам саралары иртән иртүк башланды: Байыш ауылы мәсетенең имам-хатибы Әнәс Мөхәмәтйәнов хәҙрәт динамик аша ауыл халҡын ғәйет намаҙына саҡырҙы, короновирус афәтенән һаҡланыу сараларын иҫкә төшөрҙө һәм байрам табындары ойоштороуҙан тотҡарлап торорға кәңәш итте. Иртәнге сәғәт 8-00 мәсеткә 20-ләгән кеше йыйылғайны. Шуныһы ҡыуаныслы - йәш быуын вәкилдәре күбеһенсә ине. Әнәс хәҙрәт башта Ҡорбан ғәйете намаҙын, унан байрамға ҡағылышлы хөтбә уҡыны. Ҡорбан ғәйетендә нимә эшләргә, нисек эшләргә, нимәләр эшләргә ярамай икәнлеген яҡшылап аңлатты.
"Һәр мосолман кешеһе бөгөн Аллаһ әмерен үтәп, ошо ҡорбан салыуҙары менән Аллаһҡа үҙҙәренең бойһоноуын, Аллаһ өсөн ҙур ҡорбандарға әҙер булыуҙарын күрһәтә. Исламдағы ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә , ҡорбан салыу мотлаҡ (вәджиб) булып тора. Әммә шул уҡ ваҡытта Әбү Хәнифәнең уҡыусылары уны сөннәт ғәмәл тип иҫәпләгән. Иң дөрөҫ фекер ҙә шул: ҡорбан салыу - ул сөннәт, хәлеңдән килә икән, бурысҡа батмай ғына сал. Мөмкинлеген юҡ икән, иншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә насыйп итһә, киләһе йылға ҡала инде.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрәлә былай тигән: " Раббың ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал" ("Муллыҡ" сүрәһе, 108:2 аят). Йәғни, тәүҙә -намаҙ уҡыу, унан -ҡорбан салыу . Ошо көндән башлап, беҙҙең ҡорбан салыу өсөн өс көнөбөҙ буласаҡ. Һәм өсөнсө көндә ҡояш байыу менән ҡорбан салыу ваҡыты тамамлана.
Ҡорбан ителә торған хайуандың төп өс тән өлөшөнә иғтибар итергә кәрәк: ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ. Әгәр ҙә етешһеҙлек иткә тәьҫир итмәһә һәм мал сатан, һуҡыр, сирле һәм ябыҡ булмаһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин. Шулай уҡ малдың йәшен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Һыйыр, йә үгеҙ малы ике йәшкә етергә тейеш, һарыҡ-кәзә малы бер йәштән кәм булырға тейеш түгел. Ҡорбан салғандан һуң, ит өс өлөшкә бүленә: бер өлөшөн кеше үҙенә ҡалдыра, бер өлөшөн туғандарына, ҡәрҙәштәренә саҙаҡа итеп өләшә, һәм бер өлөшөн - мохтаждарға бирә.
Аллаһ Тәғәләгә малдың ите, ҡаны кәрәк түгел, Уға кешеләрҙең ихласлығы мөһим. Салынасаҡ ҡорбандарыбыҙҙы һәм ошо бәрәкәтле Зөлхиджә айының тәүге ун көнөндә эшләгән изгелектәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен! "- тип тамамланы байрам вәғәзен Әнәс хәҙрәт. Байрам сараһына килгән Ейәнсура районы советы секретары Марат Рафиҡ улы Мөхәмәтов һәм Байыш ауылы биләмәһе башлығы Ҡуланчин Айҙар Зөфәр улы ла байрам менән ҡотланы. Ауылдың байтаҡ кешеләре ҡорбан салып, ауылдаштарына өләшеп сыҡты, мәҫәлән: Ғөбәйҙуллин Фәттәх, Уразов Хисмәт, Мөхәмәтйәнов Әнәс хәҙрәт, Назаров Хәлит, Юлдыбаев Ғәни, Ваһапов Ғәли ағайҙарҙың ғаиләләре.
Аллаһ Тәғәлә изге эш-ғәмәлдәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы, ураҙаларыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы, салған ҡорбандарыбыҙҙы һәм барлыҡ ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, халҡыбыҙға иман ныҡлығы, көс-ҡеүәт бирһен. Барыбыҙға ла шатлыҡлы һәм бәхетле тормош насип итһен. "Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр”.