..Бала киләсәктә физик һәм рухи яҡтан сәләмәт булһын өсөн, әсә кеше уға өс нәмә бирергә тейеш: әсә һөтө, әсә мөхәббәте, әсә теле.
*Әсә һөтө баланың тәнен сәләмәт һәм төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ итеп үҫтерә башлар...
*Әсә мөхәббәте баланы изге йөрәкле кеше итеп тәрбиәләр...
*Әсә теле баланы аҡыллы һәм ижади (тәбиғи) фекерле итер...
Ошоларҙың береһе генә төшөп ҡалһа, баланың үҫешендәге гармония юҡҡа сығыр. Шуны иҫтә тотоғоҙ: һәр нәмә өс аяҡта ғына ныҡ тора...