Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 11:00

Шәйехзада Бабич. Ғәйет ҡорбан

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн.Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя,"Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя.

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя,
"Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя.

- Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был байрам көндәрен.
Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды, бик йәмле тиһәң,
Алла әкбәр, Алла әкбәр, Лиләхмәд... тиһәң.

Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп сайран итик,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп байрам итик...
Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир, ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!..
Шәйехзада Бабич. 1916 й.
Читайте нас: