Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 14:50

Башҡортостанға 660 млн һум бүленде. 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләү өсөн

Рәсәй Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.Башҡортостан Республикаһына өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бүленде. Аҡса Рәсәйҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына йүнәлтелде.

Рәсәй Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһына өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бүленде. Аҡса Рәсәйҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына йүнәлтелде.
Документҡа ярашлы, ғаиләләрҙәге 718 меңдән ашыу бала аҡса алырға тейеш. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы 2021 йылдың 1 февраленә хәтлем был аҡсаның нисек тотонолоуы хаҡында отчет бирә.
Бынан алда «Башинформ» Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы Ленара Иванованың республикала йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеүе һәм ни өсөн уларҙың ҡайһы берҙәре өс йәштән ете йәшкәсә балаларға аҡса алмауын аңлатыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Министр һүҙҙәренсә, 23 июлгә бирелгән ғаризалар һаны 140 меңгә еткән, уларҙың 64 меңе ҡарала. 40 мең мөрәжәғәт буйынса түләүҙәр тәғәйенләнгән, ә 31 меңе кире ҡағылған. Икенсе сценарий сәбәптәре араһында — йән башына уртаса килемдең күберәк булыуы һәм ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт бирмәү.
Читайте нас: