Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 19:05

Был аҙнаға ЙОНДОҘНАМӘ (3-9 август)

Был аҙнала йондоҙҙар нимә вәғәҙәләй?

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һəйбəт көндəр. Ниндəйҙер эштə һиҙелерлек алға китə алырһығыҙ. Шаршамбыла ярҙамға мохтаж булырһығыҙ һымаҡ. Аҡса менəн бəйле эштəрҙə ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Көткəн килем урынына сығымдар ғына артыуы ихтимал.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе өмөтлө аҙна көтə. Эштəрегеҙ ыңғай барасаҡ. Иң ҡатмарлы мəсьəлəлəрҙе лə хəл итергə форсат булыр. Был арала ҡайһы бер элекке бəйлəнеште тергеҙеп булыр, бəлки. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үткəн ваҡиғаларҙан һуң үҙегеҙгə бер аҙ ял бирһəгеҙ яҡшы булыр ине. Ҡайһы ваҡытта арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Икенсе яҡтан, килəсəгегеҙ тураһында тыныс ҡына уйларға ла мөмкинлек булыр. Ҡайһы бер мəсьəлəлəргə асыҡлыҡ та индерə алырһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Хəлегеҙҙəн килгəн эш менəн булышып, байтаҡ көс-ваҡытығыҙҙы əрəм итерһегеҙ, ахыры. Бəғзелəр унан бөтөнлəй ваз кисергə лə
мəжбүр булыр, бəлки. Шулай ҙа иң ауыр саҡта ла яҡындарығыҙҙың ярҙамын тойорһоғоҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна араһында кеше йомоштары менəн күп булышырһығыҙ һымаҡ. Үҙ эштəрегеҙгə иғтибар бирергə тура килер. Ҡайһы саҡ өҫтəмə
эштəрҙəн баш тартырға ла оялмағыҙ.
Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Был арала ниндəй генə хəл булһа ла, борсолмағыҙ. Ғөмүмəн, тынғыһыҙ осор көтөлə. Һеҙҙе элек һəр саҡ өмөтлəндергəндəр ҙə
һүҙендə тормаҫ, бəлки. Ваҡиғалар барышын үҙгəртə алмаҫһығыҙ, шуға түҙергə генə тура килер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Дөйөм алғанда, эштəрегеҙ һəйбəт кенə бара һымаҡ. Шулай ҙа бəғзелəр шəхси мөнəсəбəттəрҙə ниндəйҙер икелəнеү кисереүе
ихтимал. Һаман да араларҙа тулы асыҡлыҡ юҡ. Төп эш урынығыҙҙа шаршамбыла кемдер үҙ ғəйебен һеҙгə япһарырға маташыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна бер аҙ мəшəҡəтле башланыр. Үҙаллы эшлəргə өйрəнгəн, ситтəн ярҙам көтмəгəндəр өсөн был ҙур ауырлыҡтар килтермəҫ тə һымаҡ.
Төрлө дəғүəнəн ары торорға ҡушыла, уларҙа барыбер бер кем дə еңə алмаҫ. Кесе йомала ниндəйҙер ҙур эште урынынан ҡуҙғатырға
форсат булыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала көтөлмəгəн хəлдəр күп булырға оҡшай. Алдан ҡорған маҡсат буйынса эш итергə өйрəнгəн кешелəргə ауырыраҡ булыр.
Бəғзелəргə элек ебəргəн хаталарын да төҙəтергə тура килер, бəлки. Ғөмүмəн, күптəр аҙна араһында алға бер аҙым да яһай алмаҫ, буғай.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Һəйбəт аҙна. Шишəмбе һəм шəмбелə уңайлы мəлдəр килеп сығыуы бар. Зирəк һəм етеҙ булһағыҙ, бынан үҙегеҙгə файҙа сығара
алырһығыҙ, бəлки. Йондоҙҙар был арала йылдам эш итергə ҡуша, юғиһə башҡаларҙың һеҙҙе уҙып китеүе ихтимал. Кесе йомала
уйламаған хəлгə осрарһығыҙ һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был көндəрҙə күңелегеҙгə бигүк оҡшамаған кешелəр менəн осрашырһығыҙ кеүек. Бындай осраҡтар һеҙҙəн үтə түҙемлелек талап
итер. Шаршамбыла алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙан ситкə тайпылырға мəжбүр булырһығыҙ. Лəкин бик тиҙ барыһы ла үҙ яйына
ҡайтыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала йыш ҡына үткəндəргə əйлəнеп ҡайтырһығыҙ һымаҡ. Ҡайһы бер ваҡиғаны һаман да онота алмайһығыҙ. Төп эш урынында
ла бəғзелəр элек тамамлағанды яңынан сығарырға маташыр. Йома һəм шəмбе бик көсөргəнешле үтер, моғайын.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: