Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:00

Гүзәл заттар ҡайҙа юл тота?

Башстат республика халҡы миграцияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарған. Былтыр республиканы 49 721 кеше ташлап киткән. Аналитиктарҙың әйтеүенсә, уларҙың яртыһынан күбеһен ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә.

Башстат республика халҡы миграцияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарған. Былтыр республиканы 49 721 кеше ташлап киткән. Аналитиктарҙың әйтеүенсә, уларҙың яртыһынан күбеһен ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә.
Сит төбәктәрҙән беҙгә лә күсеп килеүселәр бар. Былтыр 44 215 кеше республикаға йәшәргә, эшләргә тип аяҡ баҫҡан. Тимәк, Башҡортостан халҡы былтыр кәмегән. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кешеләр республиканан шәхси йәки ғаилә сәбәптәре арҡаһында китергә мәжбүр (28 процент), кемдер үҙенең тыуған яғына ҡайтып донъя көтөүҙе хуп күрә (26,7 процент). 14,8 проценты башҡа урында торлаҡ һатып алыуҙарын белдергән.
Быйыл миграция һөҙөмтәһендә республика халҡы 1 345 кешегә кәмегән. Ғинуар-апрель айҙарында 32 455 кеше сит тарафтарға күсеп киткән һәм 31 110 кеше килгән.
Фото:Kursk.com
Читайте нас: