Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 18:20

Иҫеректәр кәмеһә, үлем осраҡтары ла әҙерәк булыр

"Дүшәмбе көн башлыҡ янында"ғы оперативкала үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары, иҫерек водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында башҡарылған эштәр, ғаилә янъялдары тураһында район эске эштәр бүлеге вәкиле БОРИС АБДУЛЛИН һөйләне.

"Дүшәмбе көн башлыҡ янында"ғы оперативкала үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары, иҫерек водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында башҡарылған эштәр, ғаилә янъялдары тураһында район эске эштәр бүлеге вәкиле БОРИС АБДУЛЛИН һөйләне.
"6 юл-транспорт ваҡиғаһы, 15 ғаилә янъялы булыуы - был сигнал", тимәк, йәмғиәттә ниндәйҙер вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ хөкөм һөрә башлаған, тип билдәләп, район етәксеһе Дәмин Юланов участковыйҙарға эште көсәйтергә ҡушты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән ВКС-та ла был тема көнүҙәк булды.
Үткән аҙнала республика юлдарында 68 юл-транспорт фажиғәһе булған, уларҙа 86 кеше йәрәхәтләнгән һәм 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Эскән килеш рулгә ултырған кешеләрҙе асыҡлау буйынса эш көсәйтелгән.
Башҡортостан Башлығы 22 июндә ЮХХДИ менән берлектә иҫеректәрҙе асыҡлау буйынса эш башларға ҡушҡайны. Шул көндән алып дәүләт автоинспекцияһы 2064 иҫерек водителде ҡулға алған, араларында медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡандар ҙа булған. Үткән аҙнала йәнә 379 иҫерек тотолған, шуларҙың 224-е - ял көндәрендә.
Радий Хәбиров был йүнәлештәге эште дауам итергә һәм ҡағиҙә боҙғандарҙы бик ҡаты итеп яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты. Уның белдереүенсә, эскән килеш автомобиль йөрөткәндәрҙең эше судҡа эләгеү менән ҡаты ҡарар сығарыла, был кешеләр водитель таныҡлыҡһыҙ ҡала, ҙур штраф түләй.
– Тулы цикл эшләһен: ҡулға алыу – штраф – административ яза. Һандар насар. Айыҡ йөрөтөүҙе пропагандалау, иҫеректәрҙе күрһәтеү кәрәк. Һәр пост менән телевидение операторҙары булһын, уларҙы төшөрһөн. Иҫерек йөҙҙәрен телевизор аша күрһәтергә кәрәк, улар бит мөмкин булған үлтереүселәр, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: avto-mustang.ru
Читайте нас: