Башҡортостан Хөкүмәтендә ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы указына ярашлы, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының юбилейы ҙурлап билдәләнә. Ошо уңайҙан китап күргәҙмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, мәктәптәрҙә класс сәғәттәре, Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә. Интернетта “Шағирҙар шағирҙы уҡый” тигән халыҡ-ара әҙәби-сәнғәт конкурсы иғлан ителде. Унда һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурс шарттары буйынса, Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен тасуири уҡырға йәки шағирға арнап яҙылған шиғыр һөйләргә мөмкин. Эштәр төрлө телдәрҙә ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы конкурстың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк.