Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 17:00

"Милләт ғорурлығы" премияһы бәлки Һеҙгә тәтер?!

«Милләт ғорурлығы» Бөтә Рәсәй премияһына заявкалар ҡабул ителә башланы.

«Милләт ғорурлығы» Бөтә Рәсәй премияһына заявкалар ҡабул ителә башланы. Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн «Милләт ғорурлығы» премияһына дәғүә итә ала. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы йәмәғәт берләшмәләре һәм коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәренән заявка ҡабул итә башлауы тураһында белдерҙе.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы булдырылған премия өсөн конкурста туған телдәр уҡытыусылары, тел активистары, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса проекттар авторҙары, журналистар һәм блогерҙар, халыҡ ижады оҫталары, этноэшҡыуарлыҡ ойоштороусылар, ижади коллективтар етәкселәре һәм ағзалары ҡатнаша ала.
Тулыраҡ:https://kurultai.ru/ba/content/1143-startoval-priem-z..
Читайте нас: