Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 12:30

Анапанан ҡайтҡан пассажирҙар тест үтә

Кисә, 5 августа “Өфө” аэропортында Анапанан ҡайтҡан пассажирҙарға COVID-19-ға тест үткәрҙеләр. Йәйге ялдан баш ҡалаға AZUR Air авиакомпанияһы самолеты менән 188 кеше ҡайтты. Самолет эсендә пассажирҙарҙың тән температураһын тикшерҙеләр, аҙаҡ улар осоп килеү зонаһына үтте һәм коронавирусҡа анализдар тапшырҙы. Терминалда өс медицина бригадаһы эшләне.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 июлдә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡарары менән, Өфөгә көньяҡ курорттарҙан, айырыуса, Краснодар крайынан ҡайтҡан туристар тест үтәсәк. Анализ алыу өсөн рейстар осраҡлы һайлап алынасаҡ. Әгәр анализ һөҙөмтәләре буйынса, зарарланған кешеләр асыҡлана башлаһа, республикаға сирҙе алып ҡайтыу осраҡтар артасаҡ һәм тикшереүҙәр етдигә әйләнәсәк.Йәйге миҙгелдә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙо 11 авиакомпания башҡара. Август аҙағына тиклем 65 мең самаһы республика кешеһе самолет менән Ҡара диңгеҙ курорттарына барыр тип планлаштырыла.“Өфө” аэропортында коронавирус инфекцияһын индереүгә ҡаршы комплекслы саралар ҡабул итәләр. Терминалдарҙа стационар диспансерҙар, бактерицидлы рециркуляторҙар ҡуйылған, социаль дистанцияны үтәргә ярҙам иткән махсус разметка һыҙылған. Аэропортта биш тепловизор эшләй. Ике сәғәт һайын биналар дезинфекция саралары ҡулланып йыйыштырыла, һәр рейстан һуң траптар һәм пассажир автобустары дезинфекциялана.

Кисә, 5 августа “Өфө” аэропортында Анапанан ҡайтҡан пассажирҙарға COVID-19-ға тест үткәрҙеләр. Йәйге ялдан баш ҡалаға AZUR Air авиакомпанияһы самолеты менән 188 кеше ҡайтты. Самолет эсендә пассажирҙарҙың тән температураһын тикшерҙеләр, аҙаҡ улар осоп килеү зонаһына үтте һәм коронавирусҡа анализдар тапшырҙы. Терминалда өс медицина бригадаһы эшләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 июлдә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡарары менән, Өфөгә көньяҡ курорттарҙан, айырыуса, Краснодар крайынан ҡайтҡан туристар тест үтәсәк. Анализ алыу өсөн рейстар осраҡлы һайлап алынасаҡ. Әгәр анализ һөҙөмтәләре буйынса, зарарланған кешеләр асыҡлана башлаһа, республикаға сирҙе алып ҡайтыу осраҡтар артасаҡ һәм тикшереүҙәр етдигә әйләнәсәк.
Йәйге миҙгелдә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙо 11 авиакомпания башҡара. Август аҙағына тиклем 65 мең самаһы республика кешеһе самолет менән Ҡара диңгеҙ курорттарына барыр тип планлаштырыла.
“Өфө” аэропортында коронавирус инфекцияһын индереүгә ҡаршы комплекслы саралар ҡабул итәләр. Терминалдарҙа стационар диспансерҙар, бактерицидлы рециркуляторҙар ҡуйылған, социаль дистанцияны үтәргә ярҙам иткән махсус разметка һыҙылған. Аэропортта биш тепловизор эшләй. Ике сәғәт һайын биналар дезинфекция саралары ҡулланып йыйыштырыла, һәр рейстан һуң траптар һәм пассажир автобустары дезинфекциялана.
Читайте нас: