1-се төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторы республиканың 14 муниципаль районын хеҙмәтләндереү өсөн яңы мобиль сүп-сар сортировкалау линияһын сафҡа индерҙе.
– Бөгөн Яңы Черкассы ауылындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында ошондай линия беренсе тапҡыр һынау булараҡ эшләй башланы. Ул сүп-сарҙы шәберәк сортировкаларға, күберәк биләмәне, шул иҫәптән алыҫ һәм үтеүе ауыр булған участкаларҙы иңләп сығырға ярҙам итәсәк, – ти “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Ринат Биккинин.
Мобиль сортировкалау линияһы эше Ҡырмыҫҡалы районында башланған. Киләсәктә төбәк операторы үҙе булған бар райондарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тулы инфраструктураһын барлыҡҡа килтермәксе. Ошоноң менән бәйле төбәк операторы яңы эш урындары ла булдырырға ниәтләй.
Мобиль сортировкалау линияһының етештереүсәнлеге йылына 50 мең тонна тәшкил итә. Был комплекс ауыр йөк ташыусы трактор һәм еврофура менән күсереп йөрөтөлә. Ул ҡапсыҡтарҙы ҡырҡыу өсөн махсус бысаҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бындай комплекстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты “Таҙа ил” төбәк проектының ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекстары инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланыла. Әйткәндәй, бындай махсус техника – республикабыҙ ғына түгел, илдең күп төбәктәре өсөн яңылыҡ.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.