Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 14:00

Онлайн конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Йыр һәм ҡурай моңдарын һөйөүселәр араһында онлайн-конкурс

Йыр һәм ҡурай моңдарын һөйөүселәр араһында онлайн конкурс
Конкурс ике төркөмдә бара: 12–17, 18 һәм унан өлкән йәштәгеләр.
Йырсы ирҙәр – С.Абдуллин, ҡатын-ҡыҙҙар – М.Ғәлиева, ҡурайсылар (яңғыҙ һәм төркөмләп) Н.Хәсәнов исемендәге приздарға дәғүә итә ала.
1-се этап 1 августан 18 сентябргә ҡәҙәр дауам итә. Ҡатнашыусыларға видео яҙҙырып, уны бәйгенең [email protected] электрон адресына ебәрергә йәки #конкурсзианчура #АбдуллинГалееваХасанов #культурныйЮГРБ #рцнт #мкрб #фрцнткумертау хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин. Мотлаҡ башҡарылған әҫәрҙең атамаһын, ҡатнашыусының йәки коллективтың, етәксенең исемен яҙырға, район (ҡала), ауылын күрһәтергә кәрәк.
Конкурстың талаптары:
– бер оҙон көй;
– бер ҡыҫҡа көй йәиһә башҡорт композиторының йыры (икәүҙең береһен һайларға);
– һәүәҫкәр ҡурайсылар оҙон һәм ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡарып күрһәтергә тейеш.
С.Абдуллин, М.Ғәлиева һәм Н.Хәсәнов репертуарынан алынған әҫәрҙәрҙе башҡарған өсөн өҫтәмә баллдар ҡаралған.
Һорауҙар булһа, өҫтә күрһәтелгән электрон адресҡа яҙырға мөмкин.
Конкурс һөҙөмтәләре “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә иғлан ителә.
Читайте нас: