Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 12:15

#Путин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бейруттағы шартлауҙан һуң булған ҡорбандар һәм ҙур емерелеүҙәр сәбәпле Ливан Президенты Мишель Аунға ҡайғы уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бейруттағы шартлауҙан һуң булған ҡорбандар һәм ҙур емерелеүҙәр сәбәпле Ливан Президенты Мишель Аунға ҡайғы уртаҡлашып, телеграмма ебәрҙе. Был турала Кремль сайтының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
”Һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашам, зыян күреүселәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем,” -тине ил башлығы.
Бейрут диңгеҙ портында көслө шартлау 4 августа яңғырай. Һөҙөмтәлә хатта бер нисә саҡрымдағы биналар емерелә, һәләк булыусылар бар.
Читайте нас: