Аяныслы хәл кисә Әбйәлил районында була. Асҡар-Аэропорт автомобиль юлының 12 километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында Силәбе өлкәһе кешеһе вафат була. «ВАЗ-2111» автомобиленә идара иткән 63 йәшлек водитель хәүефле боролошта ситкә оса һәм түңкәрелә. Водитель ваҡиға урынында уҡ йән биргән.
Әбйәлил районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан авария сәбәптәре тикшерелә.
Юлдарҙа тиҙлек режимын теүәл үтәргә саҡырабыҙ! Юл ҡағиҙә боҙоуҙы ғәфү итмәй, һаҡ булығыҙ!