Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 12:45

Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

#нацпроектБашҡортостанда "Рəсəйҙең йəш эшҡыуары" конкурсының төбəк этабы башланды. Уның маҡсаты - эшҡыуарҙың ыңғай образынкүрһəтеү, бизнесҡа йəштəрҙе йəлеп итеү.

Башҡортостанда "Рəсəйҙең йəш эшҡыуары" конкурсының төбəк этабы башланды. Уның маҡсаты - эшҡыуарҙың ыңғай образын
күрһəтеү, бизнесҡа йəштəрҙе йəлеп итеү.
Был конкурс рəсəйҙə Владимир Путин ҡушыуы буйынса əҙерлəнеп ғəмəлгə ашырылған "Бəлəкəй һəм урта эшҡыуарлыҡ, шəхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты маҡсаттарына ирешергə лə ярҙам итəсəк.
Еңеүселəр үҙҙəрен федераль кимəлдə күрһəтə ала. Шулай уҡ бөтə Рəсəй, халыҡ-ара форумдарҙа ла ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ.
Конкурс номинациялары төрлө: «Интернет-предпринимательство», «Сельскохозяйственное предпринимательство», «Франчайзинг», «Социальное предпринимательство», «Производство», «Инновационное предпринимательство», «Торговля», «Сфера услуг».
Төбəк этабында Башҡортостанда йəшəп эшлəүсе һəр йəш бизнесмен ҡатнашыу хоҡуғына эйə.
Был турала АИС "Молодежь России" сайтында белешергə мөмкин.
Читайте нас: