Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 21:00

Ҡыярҙы - минераль һыуҙа!

Ҡыярҙы минераль һыуҙа тоҙлап ҡарағыҙ әле. Бик шәп һәм тәмле ҡабымлыҡ килеп сыға!

Бик шәп һәм тәмле ҡабымлыҡ килеп сыға.

Ингредиенттар:

● 1 килограмм ҙур булмаған ҡыярҙар
● газлы минераль һыу - литр
● тоҙ - 2 аш ҡалағы
● һарымһаҡ - өс бүлем
● укроп

Әҙерләү:

Ҙур ғына һауыт төбөнә йыуылған укроптың яртыһын һалабыҙ. Унан шулай уҡ йыуылған ҡыярҙың ике яҡ осон ҡырҡып, һауытҡа тығыҙ итеп тултырабыҙ ( Үҙегеҙ теләгәнсә ҡырҡып һалырға мөмкин). Өҫтөнә ҡалған укропты һәм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалабыҙ. Айырым һауытта газлы минераль һыуҙа тоҙҙо иҙеп алабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡыярға ҡоябыҙ, өҫтөн тулыһынса ҡаплағандай итеп.
Ҡыярлы һауытты һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ул 12-14 сәғәт эсендә әҙер була.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Рецепт һәм фото: https://vk.com/thehostess
Читайте нас: