Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 16:00

Башҡортостанда 4 йылда 10 яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Республикаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем 10 вертолет майҙансығынан торған селтәр булдырыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем 10 вертолет майҙансығынан торған селтәр булдырыласаҡ.
Санавиацияны үҫтереү стратегияһына ярашлы, өс майҙансыҡ Өфөлә, ҡалғандары Баймаҡта, Белоретта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Асҡында һәм Мәсәғүттә буласаҡ. Бер майҙансыҡты хеҙмәтләндереү йылына яҡынса 960 мең һумға төшәсәк.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте аңлатыуынса, 2024 йылға санавиацияның осоштары 111-гә тиклем артырға тейеш. 2013 йылдан алып республикала санавиация хеҙмәттәре күрһәтеү кәмеүгә барған: 2010 йылда 63 осош булһа, 2017 йылда – 5. 2019 йылда был хеҙмәттәрҙе республика бюджетынан финанслау 13,5 млн һум тәшкил иткән – самолет менән – 29, вертолетта 23 осош.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас: