“Мәктәптәр, балалар баҡсалары, торлаҡ йорттар төҙөйбөҙ, – тип яҙҙы Радий Хәбиров аҙаҡ үҙенең “Бәйләнештә”ге
сәхифәһендә. – Вирустарға һәм тоторҡһоҙ иҡтисади хәл-торошҡа ҡарамаҫтан, беҙ бер көнгә лә туҡталманыҡ”. Башлыҡ бының өсөн төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп, Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге иҫәбендә булыуын билдәләне. Былтырғы һан бәләкәй түгел – 2,4 млн квадрат метрға яҡын. Шулай уҡ үткән йылда 50 социаль объект сафҡа индерелгән.