БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
хәбәр итеүенсә, туғыҙ ҡатлы яңы корпуста бер сменала 450 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника һәм 240 урынлыҡ стационар урынлашҡан. Бында юғары квалификациялы 250 хеҙмәткәр, шул иҫәптән төрлө белгеслектәрҙәге 68 табип эшләйәсәк. Дүшәмбелә, 10 августа, үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк тә инде.