Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 19:00

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 7 меңгә яҡын

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә еткән.

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә еткән. Был хаҡта Башҡортостан ДТРК-һы хәбәр итте.
Бер тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү — һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала. Башҡортостанда пневмониянан привика яһау дауам итә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡарарға киленгән Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Өлкән йәштәге 40 мең кешегә прививка яһау күҙаллана.
Фото: Яндекс.Картинки.
Читайте нас: