Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 22:00

«Айыҡ ауыл −2020» республика конкурсының тәүге этабы старт алды

Конкурстың тәүге этабына бөтә муниципаль райондар ҡушылды. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә, Бөрйән районындағы 34 ауылдың, шулай уҡ, бөтәһе лә конкурсҡа заявка бирҙе. Әйҙәгеҙ, ейәнсуралар, айыҡлыҡ, иман, әхлаҡ өсөн көрәшкә беҙ ҙә әүҙем ҡушылайыҡ!

2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә планлаштырыла—һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.
Конкурстың маҡсаты- ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау.
Тәүге (район) этабы 2020 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында уҙа. Ә икенсе (республика) этабы 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этаптары еңеүселәре араһында үтәсәк.
Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленәсәк:
— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,
— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.
Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Конкурстың тәүге этабына бөтә муниципаль райондар ҡушылды. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә, Бөрйән районындағы 34 ауылдың, шулай уҡ, бөтәһе лә конкурсҡа заявка бирҙе. Уларҙан тыш, Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был райондарҙағы ауылдарҙың 60% конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Читайте нас: