Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 16:45

Автомобиль менән ҡайтығыҙ!

18-19 августа Сибайҙа Инвестһабантуй үткәнен яҙғайныҡ инде. Ошо уҡ көндә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" конкурсы ойошторола. Беҙҙән унда кемдәр ҡатнаша икән?

18-19 августа Сибайҙа Инвестһабантуй үткәнен яҙғайныҡ инде. Ошо уҡ көндә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" конкурсы ойошторола. Беҙҙән унда кемдәр ҡатнаша икән?
Конкурсҡа 7-16 йәшлек балаларҙан, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр, 17-45 йәшлек профессиональ йырсыларҙан 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Ярыш шарттары буйынса бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar төркөмөндә урынлаштырылған.
Конкурстың I туры 10-11 августа Сибайҙың “Мир” йәштәр йортонда үткәрелә. II тур 18 августа,19 августа Ҡала көнөндә үҙәк майҙанда Гала-концерт уҙасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурстың төп призы—автомобиль!
Беҙҙең район намыҫын иһә һандуғастарыбыҙ - Байдәүләт ауылынан ӘЛФИӘ МЫРҘАБАЕВА менән Саҙалы ауылы егете РӘФИС ИШМӨХӘМӘТОВ яҡлаясаҡ. Еңеү менән ҡайтығыҙ, тип теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: