Был, әлбиттә, көләмәс. Тик һәр нәмәлә хәҡиҡәт остоғо бар, тиҙәрме әле. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын: ҡайһы берәүҙәр танауҙарына ҡаҡашып бөткән сепрәк ҡаплап килеп инә магазинға, аптеканан алынған битлектәр ҙә йөлфөрләп бөткән... Кемде алдайбыҙ? Ә бит тынысланырға иртәрәк. "Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән"де онотмайыҡ. Юғары хәүеф режимы һаҡлана, битлек, бирсәткә кейеп, аралыҡ һаҡлау - актуаль булып ҡала. Был йәһәттән рейдтар дауам итә.